Халыҡты ҙур һыу килеүҙән иҫкәртеү саралары дауам итә

Сираттағы рейд бөгөн Өфөнөң Ленин районына ҡараған баҡсасылар ширҡәтендә үтте. Профилактик сара граждандарҙы яҡлау идаралығы, янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте белгестәре һәм ирекмәндәр менән берлектә ойошторолдо. Улар профилактик сара сиктәрендә биләмәлә йәшәүселәр менән осрашты. Хәүефһеҙлек сараларын иҫкәрткән аңлатмалар таратылды. Һуңғы тапҡыр биләмәлә көслө ташҡын 2007 йылда күҙәтелгән. Бынан һуң Ағиҙел йылғаһының әллә ни күтәрелеүе күҙәтелмәгән. Быйыл синоптиктар яҙғы ташҡындың еңел үтәсәген иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, профилактик саралар дауам итә.

Авторы: Азат Ғәлиуллин