Өфөнөң ҡоштар атласын төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала

Был хаҡта бөгөн баш ҡалала Халыҡ-ара ҡоштар көнө уңайынан ойошторолған байрамда билдәләнде. Сарала кескәйҙәр төрлө конкурстарҙа һәләттәрен һынап ҡараны, сыйырсыҡ ояһын һананы һәм экзотик ҡоштар менән фотоға төштө.

Флер менән Коржик ҡулға өйрәнгән өкөләр. Максим уларҙы өйөндә аҫырай. Бөгөн - Халыҡ-ара ҡоштар көнө уңайынан Өфөлә йәшәүселәргә күрһәтергә алып килгән. Өкө холҡо буйынса бесәй һымаҡ, ти уны аҫыраусы.

Максим Дьяконов: «Мин йыртҡыс ҡоштар яратам. Башҡаларын өйҙә аҫырау ауырыраҡ, өкөләрҙе йортта тоторға була. Был минең бала саҡ хыялым ине».

Юлия Малиновская: «Өкөләр сысҡан менән туҡлана. Ябайын ашатһаң улар зарарланыуы мөмкин, шуға махсус һатылғанын алабыҙ.Береһен тәрбиәләүгә айына 2 мең һум тирәһе аҡса китә».

Байрамда балалар өсөн төрлө конкурстар ойошторолдо. Кескәйҙәр ҡоштарҙың фотолары буйынса уларҙың танып-белергә өйрәнде. Шулай уҡ ҡул эштәре оҫтаханаһында ҡоштарҙы ҡағыҙҙан яһап ҡаранылар.

Сарала ҡатнашыусы һәр бала тиерлек ҡоштар темаһына һүрәт төшөрөп алып килгән. Уларҙың ижади эштәре күргәҙмәгә ҡуйылды.

Байрамға килеүселәр сыйырсыҡ ояһы ла яһарға өйрәнде. Ҡыҙҙар ҙа ҡулына сүкеш тотоп ҡаҙаҡ ҡағып ҡараны.

Орнитологтар билдәләүенсә, Башҡортостанда ҡоштарҙың 349 төрө йәшәй, ә Өфөлә 220 төрө бар. Рус-география йәмғиәте менән Рәсәйҙең ҡоштарҙы һаҡлау союзы, республиканың балалар экология-биологик үҙәге өсөнсө йыл рәттән баш ҡалала йәшәүсе ҡоштарҙы һанау буйынса эш алып бара.

Өфө ҡоштары атласын төҙөү проекты 2020 йылға тиклем дауам итәсәк һәм был эштә һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева