Бөгөн Өфөлә ике аҙна дауамында барған төбәк-ара конкурс еңеүселәре билдәләнде. Быйыл абруйлы исем Өфөнөң 5-се лицейы уҡытыусыһына тапшырылды. Бәйге еңеүсеһе булараҡ Нурзилә Нәҙерғолова «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» исеме бирелде.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы төбәк-ара конкурсында быйыл 45 педагог көс һынашты. Улар был юлы инновацион алымдарға ҡоролған асыҡ дәрестәр, фекер алышыу майҙансыҡтарын ойошторҙо. Еңеүселәр иҫәбендә шулай уҡ Татарстан республикаһының Яр Саллы ҡалаһының 11-се мәктәбе уҡытыусы Айгөл Балағотдинова ла бар. Сығышы менән Асҡын районы ҡыҙы «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булды.




