«Китап. Ғаилә. Яҙ»

Бөгөн Өфөлә йәшәүсе ғаиләләрҙе ошо девиз аҫтында ойошторолған конкурс берләштерҙе.

Балалар һәм үҫмерҙәр китапханаһы уҙғарған әҙәби бәйгелә үҙ көсөн һынарға баш ҡаланан йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы теләк белдерә, биш-алты этаптан торған конкурста финалға ни бары бишәүһе генә эләгә. Ғаилә йылы сиктәрендә үткән сарала ҡатнашыусылар йыр-бейеү буйынса һәләттәрен, ҡала тарихы буйынса викторина һорауҙарына яуап биреүҙә көс һынаша. Ҡыҙыу бәйге барышында ғаиләләр билдәле яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар менән осрашыуҙарҙа йәнле әңгәмә ҡора. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай саралар уҡыусыларҙа китапҡа һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыуға булышлыҡ итә.

Авторы: Фәниә Юланова