Яңауыл районында «Урал батыр» эспосы байрамы үтте

Киҫәкҡайын ауылы клубында уҡыусылар «Урал-батыр»ҙан өҙөктәр ятланы. Тамашала ҡурай көйҙәре яңғырап торҙо байрамға килеүселәргә концерт күрһәтелде. Өфөнән килгән «Йәшлек» һәм «Өмөт» гәзиттәре журналистары матбуғат баҫмаларына әүҙем яҙыусыларға рәхмәттәрен еткерҙе. Байрамда Яңауыл районында йәшәүсе ағинәйҙәр сығыш яһап йәш быуынға теләктәрен еткерҙе.

Фото №1 - Яңауыл районында «Урал батыр» эспосы байрамы үтте

Байрам артабан урамда дауам итте. Башҡорт милли кейемдәренән, китаптарҙан күргәҙмә ойошторолдо. Милли-көрәш, арҡан тартыу буйынса командалар көс һынашты. Сарала ҡатнашыусылар милли аш-һыу менән дә һыйланды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ