Өфө «Тере Еңеү. Һуғыш тарихы йөҙҙәрҙә» Бөтә Рәсәй проектына ҡушыла

28-30 апрелдә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына ҡараған архив фотоһүрәттәр тергеҙелә. Проектҡа ҡушылыр өсөн 25 апрелгә тиклем экранда күрһәтелгән сайтҡа ғариза һәм ғаилә альбомынан ике фотоһүрәт ебәрергә кәрәк.

Фото №1 - Өфө «Тере Еңеү. Һуғыш тарихы йөҙҙәрҙә» Бөтә Рәсәй проектына ҡушыла

Артабан гармошка фотоаппараты ярҙамында уларҙың теүәл күсермәһе төшөрөләсәк. Ойоштороусылар фотоһүрәттәге реквизиттарҙы үҙҙәре таба, кейем, мебель өсөн борсолорға кәрәкмәй. Стилистар ҙа 40-сы йылдарға тура килтереп, геройҙарҙы биҙәндерәсәк. Һәр кем фотоһүрәткә таянып, һуғыш йылдарында йәшәгән яҡын кешеһен кәүҙәләндерә ала. Проект һуңында фотоальбом әҙерләнә, шулай уҡ ил ҡалалары буйлап күргәҙмәләр ойошторола.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ