Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында – «Алтын әтәс»

Александр Пушкиндың билдәле әҫәре буйынса операны 1908 йылда композитор Николай Римский-Корсаков яҙған. Либретто итеп үҙгәрткәндә, әкиәттең тексына бер ни тиклем үҙгәрештәр индерелгән, шулай уҡ операла яңы персонаждар ҙа бар.

Бер сәғәтлек сәхнәләштереүҙең мәғрифәтселек, белем биреү өлкәһендә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Залда буш урындарҙың булмауы солистар өсөн ҙур уңыш. Театр сәхнәһендә симфоник оркестрҙан тыш, орган моңдары ла яңғыраны. Шулай уҡ рәссамдар ҡом анимацияһын ҡулланып, төп геройҙарҙы хәрәкәттә күрһәтте. Әйткәндәй, балалар өсөн әҙәби-музыкаль композиция Рәсәй президенты грантын алған «Пушкин әкиәттәре» мультимәҙәни арт-проекты сиктәрендә ҡуйылған.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина