Төбәк прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 39 йәшлек Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлегенең хеҙмәткәре менән 41 йәшлек адвокат Башҡортостандың Юғары суды тарафынан ришүәт алыуҙа ғәйепле тип танылды.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 2016 йылдың августында полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң бер-нисә газ заправкаларында шыйыҡландырылған газ һатылыуын асыҡлаған. Бындай заправкаларҙан документ, компьютер һәм башҡа милек тартып алынған. Полиция хеҙмәткәре директорға ярты миллион һум өсөн ярҙам күрһәтергә тәҡдим иткән. Бындай килешеүҙең аралашсыһы булып таныш адвокат һайланған. Заправкалар хужаһы был турала тейешле органдарға хәбәр итә. Һөйләшелгән сумманың өлөшөн алған ваҡытта енәйәтселәр ҡулға алына.
Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре эштән ҡыуылды. Суд ҡатынды 5 йылға, ә адвокатты 3 йылға иркенән мәхрүм итте.




