Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул итеү башланды

Ҡурай байрамы Октябрьский ҡалаһында 18-19 майҙа уҙғарыла. Конкурста яңғыҙ башҡарыусылар ҙа, ансамблдәр ҙә ҡатнаша ала.

Фото №1 - Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул итеү башланды

16 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар бер оҙон көй һәм бер ҡыҫҡа көй уйнап күрһәтергә тейеш. Ҡалған ҡатнашыусылар һәр ҡурайсы белергә тейеш 80 көйҙөң береһен билет буйынса башҡарасаҡ. Бынан тыш, һәр ҡурайсы уйнаған көйөнөң тарихын, легендаһын белергә тейешле.

Байрамды Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡала хакимиәте һәм Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы ойоштора.

Ғаризаларҙы Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2 йәки gukrcnt@mail.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ