Башҡортостан дауаханаларында туҡланыу сифатын яҡшыртасаҡтар

Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров, Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында туҡланыу сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне.

Фото №1 - Башҡортостан дауаханаларында туҡланыу сифатын яҡшыртасаҡтар

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан төрлө диета төрҙәренән төҙөлгән берҙәм меню барлығы тураһында хәбәр ителә. Ҡайһы бер медецина учреждениеларында бындай меню бөгөн үк эшләп килә. Әнүәр Бакиров билдәләүенсә, дауаханаларҙың аҙыҡ-түлеккә ай һайын сарыф ителгән аҡсаһын тикшереп барыу ҙа ойошторолған.

Ғинуар, февраль айҙарында 310 аҙыҡ төрөнә экспертиза үткәрелгән, уның һөҙөмтәһе буйынса, сифатһыҙ продукция процентының кәмеүе билдәләнгән.

Сифатһыҙ ашамлыҡтарҙы алмаштырыуҙы талап иткән 46 дәғүә төҙөлгән. Был талаптарҙы үтәүгә бирелгән ваҡыт тамамланғас дауаханаларҙа йәнә бер тапҡыр экспертиза үткәреләсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ