Ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, бындай сара 10 һәм 11 апрель үткәреләсәк. Бесәйҙәрҙе лә, эттәрҙе лә килтерергә мөмкин.
10 апрель көндөҙгө сәғәт дүрттән киске алтыға тиклем Дағыстан урамы, 15/1 адресы буйынса прививка эшләтергә була. 11 апрель шул уҡ ваҡытта Магистраль урамы, 27/3 адресы буйынса ла вкацинация үткәреләсәк. Йәнлек хужаларынан үҙҙәре менән 0,2 мл шприц килтереүҙәре һорала.
Өҫтәлмә белешмә өсөн телефон: 281 45 34.
Ҡотороу ауырыуына ҡаршы иң һөҙөмтәле көрәш – ул ваҡытында прививка яһатыу.




