Өфөлә мутлашыусылар пенсионерҙарҙан 1 млн һумдан ашыу аҡса урлаған

Ышаныусан кешеләрҙе алдау ысулдары көндән-көн камиллаша. Үткән ай эсендә ике оло йәштәге ҡатын мутлашыусылар ҡорбаны булған.

Өфө ҡалаһының Октябрь районында ике ир үҙҙәрен газ хеҙмәте эшселәре тип танытҡан. Уларға ышанған ҡатын енәйәтселәрҙе фатирына индергән. Мутлашыусыларҙың береһе плита һәм иҫәпләү ҡорамалдарын “тикшергән” ваҡытта, икенсеһе 200 000 һум аҡса менән алтын биҙәүестәрҙе урлаған.

7 мартта, мутлашыусылар социаль хеҙмәткәрҙәр ҡиәфәте аҫтында пенсионер йортона эләккән. Улар аҡсаларҙы яңыға алмаштырырға кәрәклеген аңлатып, ҡатындан 1 миллион һумын “алмаштырып” сыҡҡандар.

Статистика буйынса, мутлашыусылар ҡорбаны ғәҙәттә пенсионер һәм инвалидтар. Өфө халҡын иғтибарлы булырға һәм фатирға таныш булмаған кешеләрҙе индермәҫкә саҡырабыҙ.