Күрше хаҡы, тәңре хаҡы...

Өфө ҡалаһында ярҙам һораған күршеһенең әйберҙәрен урлаған ир ҡулға алынды.

Фото №1 - Күрше хаҡы, тәңре хаҡы...

Полицияға 44 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уның өйөнән биҙәүестәр, телевизор приставкаһын һәм кеҫә телефонын урлағандар. Килтерелгән зыян суммаһы 13 000 һум тәшкил итә. Енәйәттә алдан да хөкөмгә тарттырылған күршеһе ғәйепле булып сыға. Хәл-ваҡиға алдынан, хужабикә ирҙән урамдағы ҡарҙы көрәргә һораған була. Ҡатындың иғтибарһыҙлығы менән файҙаланып, бур йорт эсенә инә.

Ғәйепләнеүсе биҙәүестәрҙе ломбардҡа тапшырырға, ә телефонды һатырға өлгөргән. Урлау буйынса енәйәт эше асылды.

Фото: интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ