Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында йәшәгән Колосовтар ғаиләһен янғындан Ричи исемле эттәре ҡотҡара.
Эт тәүгеләрҙән булып бәләне һиҙгән. Ул төнө буйына үҙен тыныс тотмаған, сараһыҙҙан хужалар этте урамға ла сығарып ҡарағандар. Таңғы сәғәт дүрттә Ричи йоҡо бүлмәһенә йүгереп инеп кешеләрҙе уятырға керешкән. Хужабикә уянып эте артынан коридорға сыҡҡас, янғын башланғанын күреп ҡалған.
Роман, Галина һәм Яна Колосовтар кейенеп һәм документтарын алып ҡына өлгөрә.
Янғын сәбәбе тип төҙөк булмаған электр сымдары билдәләнгән.
“Әгәр Ричи булмаһа, хәл нисек тамамланыр ине – билдәһеҙ. Кем белә, бәлки хәҙер һеҙҙең менән аралашып та тора алмаҫ инем...”, - ти Галина.
Ғаиләгә финанс ярҙам кәрәк. Бының өсөн уларҙың үҙҙәре менән бәйләнешкә сығыу һорала, телефон һандары: 8 927 927 70 74.





