Башҡортостанда “Рәсәй почтаһы” филалы директоры мутлашыуҙа ғәйепләнә

Стәрлетамаҡ ҡалаһы судына 38 йәшлек ирҙең енәйәт эше тапшырылды, хәҙер уның яҙмышы шунда хәл ителәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда “Рәсәй почтаһы” филалы директоры мутлашыуҙа ғәйепләнә

Башҡортостан Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, үткән йылдың ноябрендә “Рәсәй почтаһы”ның Стәрлетамаҡ ҡалаһы филиалына ойошма милегендә булған кибеттәрҙе һатып алыу тәҡдиме менән эшҡуар мөрәжәғәт иткән. Директор был һатыу тик уның рөхсәте менән башҡарыла, ә уның рөхсәте 30 мең һум тора, тип яуаплай. Әммә закон буйынса киоскыларҙы бер ниндәй рөхсәтһеҙ теләгән һәр кем һатып ала ала.

Быйыл ғинуар айында ғәйпләнеүсе эшҡуарҙан аҡса ҡабул иткән мәлдә ҡулға алына. Элекке директор үҙ ғәйебен таныны.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ