Коммуналь хеҙмәткәрҙәр күп ҡатлы йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙ киҫәктәренән таҙартыу буйынса көсөргәнешле режимда эшләй башланы.
Аяҙ көндәр етеү менән баш ҡала урамдары буйлап йөрөү бер ни тиклем хәүефле була башланы. Ҡайһы бер йорт, предприятие ҡыйыҡтарында ике-өс метрлыҡ боҙбармаҡтар барлыҡҡа килгән.
Красин урамында йәнәш урынлашҡан биш-алты бинала ошондай күңелһеҙ күренеш күҙәтелә. Етмәһә, был участка халыҡ күпләп йөрөгән урын һанала. Бәләкәй генә һуҡмаҡ. Яҡынса ике йөҙ метр самаһы арауыҡты барыһы ла тиҙ генә үтеп китергә тырыша.
Һәр бер хәүефле урында иҫкәртеп тороусыһы булһа, бәлки, бәлә-ҡазалар ҙа аҙыраҡ булыр ине. Әммә был да яңылыш ҡараш. Халыҡты туҡтатырлыҡ түгел. Өфө предприятиеларының береһендә ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартыу эштәре бара, биләмә махсус таҫма менән уратып алынған. Тик ашығыусылар күп, был арауыҡты йүгереп тигәндәй үтәләр.
Миңә ҡалһа, урау булһа ла юл яҡшы. Ике йыл элек Өфөнән Виктория Ветлугина ҡыҙы менән магазиндан сығып барғанда, бәләгә тарый. Ҡатынға боҙбармаҡ килеп төшә, ул саҡ күҙһеҙ ҡалмай. Стәрлетамаҡтан өс йәшлек Арина ла өләсәһе менән йорт подъезынан сығып барғанда, ауыр тән йәрәхәттәре алғайны. Баланың иҫән ҡалыуын табиптар ул ваҡытта мөғжизәгә тиңләне.
Тимер аттар ҙа ҡыйыҡ башынан төшкән ҡар өйөмө, боҙ киҫәктәре аҫтында йыш ҡала. Баш ҡаланан Азамат Байсәләмов өсөн яҙҙың икенсе айы уңышһыҙ башлана. Автомобиле менән Кустарная урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһе алдында туҡтауы була, алғы быялаһына боҙбармаҡ килеп төшә.
Башлыса авария хәлендәге йорттар тирәләй был тәртипһеҙлек күҙәтелә. Күреүегеҙсә, беҙ ике килограмдай боҙ киҫәген таптыҡ. Әгәр ҙә ул кешегә төшә ҡалһа, ҙур йәрәхәттәр килтерер ине. Әле коммуналь хеҙмәткәрҙәр өсөн ҡыҙыу мәлдәрҙең береһе. Статистика буйынса, Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙың алтмыш процентының ҡыйығы текә, тимәк, эш күләме лә ҙур. Совет районында көнөнә йөҙҙән ашыу объекттан ҡар өйөмө, боҙбармаҡтар төшөрөлә. «Ҡул көсө лә, техника ла етерлек»,-тиҙәр урындағы торлаҡ хужалығы идаралығында.
Боҙбармаҡтарҙы аҙым һайын осратырға мөмкин. Был йәһәттән халыҡтан уяулыҡ талап ителә. Әгәр ҙә хәүефле участкалар хаҡында хәбәрҙар икән, торлаҡ хужалығы идаралығына, йә ашығыс хеҙмәткә 112 һаны буйынса шылтыратып иҫкәртергә кәрәк.




