Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды

Был осорҙа илдең ҡораллы көстәренә 128 мең самаһы егет, шул иҫәптән Башҡортостандан 5 мең самаһы кеше алынасаҡ. Әлеге күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 10 процентҡа кәмерәк. Бының сәбәбен хәрбиҙәр контракт нигеҙендә хеҙмәт итергә теләүселәрҙең артыуы менән аңлата. Закон буйынса, әрме сафына 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге граждандар саҡырыла. Шулай уҡ быйылдан һаулығы буйынса хеҙмәт итеүҙән ситләштерелгән, әммә физик хәлен яҡшыртыуға өлгәшкән ир-егеттәрҙең дә армияға барыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, бөгөн республиканың барлыҡ-ҡала райондарында ла хәрби комиссиялар эшләй башланы. Унда буласаҡ ил һаҡсылары һаулыҡтары буйынса тикшереү үтә.

Комиссия ағзалары әйтеүенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙең яртыһының тиерлек сәләмәтлеге насар. Башлыса, улар умыртҡа һөйәге сирҙәре, нервы системаһы, бәләкәй ауырлыҡ, яҫы табанлылыҡ кеүек ҡатмарлыҡтар менән армияға бармай ҡала, ти табиптар.

Авторы: Илдар Байбулатов