Республиканың төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә

Ул 30 апрелгә тиклем ғәмәлдә була. Сикләүҙәр бөтә ауыр транспортҡа ла ҡағылмай. Тейешле рөхсәт ҡағыҙы булғандар юлын артабан дауам итә ала. Юғиһә, штраф һалыныуы ихтимал.

Фото №1 - Республиканың төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә

Көҙгө-ҡышҡы осорҙағы кеүек Архангел-Белорет юлында бөгөн әллә ни йәнлелек юҡ. Бығаса йөк тейәгән машиналар иҫәбе 400-500 самаһы булһа, әле улар 200-гә лә етмәй.

Төбәк һәм муниципаль юлдарҙа ваҡытлыса сикләүҙәр 1 апрелдән индерелде. Бер тәүлек эсендә генә Архангел контроль-үлсәү пунктынан 162 йөк тейәлгән машина үткән, уларҙың 14-нә акт төҙөлгән.

Транспортҡа тейәлгән йөктөң күпме тартыуы, уның һәр күсәренә төшкән ауырлыҡ - бөтәһе лә рентген аппаратындағылай үлсәүгә инеү менән компьютерҙа сағыла. Эш тулыһынса тиерлек автоматлаштырылған. Әгәр ҙә йөк машинаға бар талаптарға тура килтерелеп тейәлгән икән, тикшереү ике минуттан да артмай.

Сикләү юл япмаһының техник торошон һаҡлау өсөн индерелә. Яҙғы осорҙа хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү пассажирҙар ташыусы автобустарға, аҙыҡ-түлек тейәгән, ауыл хужалығы машиналарына, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәрәкле йөк, автомобиль юлдарында ремонт эштәрен үткәргәндә ҡулланылған юл техникаһын һәм материалдарын ташыуға ҡағылмай. Ваҡытлыса сикләүҙәр 30 апрелгә тиклем ғәмәлдә була.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ