Исем-шәриф, тыуған көндәр тап килә икән, тимәк, бурыс та уртаҡ!

Өфөнән 60 йәшлек Владимир Тараканов икенсе йыл һалым инспекцияһы менән низағта. Пенсионерҙың бер ниндәй күсемһеҙ милеге юҡ, шуға ҡарамаҫтан уға Мәскәү өлкәһендә теркәлгән фатир һәм ер участкаһы өсөн һалым түләүҙәре буйынса белдереү ҡағыҙҙары килә. Суд приставтары икенсе төбәктә йәшәүсе аҙашының башҡа штрафтары өсөн яҡташыбыҙҙың автомобиленә арест та һалған.

Фото №1 - Исем-шәриф, тыуған көндәр тап килә икән, тимәк, бурыс та уртаҡ!

Владимир Таракановтың бер ниндәй мөлкәте лә юҡ, әсәһенең исеменә яҙылған йортта йәшәй. Әммә һалым инспекцияһы икенсе ҡарашта. 2016 йылдан алып ирҙән Мәскәү өлкәһендә урынлашҡан фатир һәм ер участкаһы өсөн һалым түләүен талап итәләр. Белдереү ҡағыҙҙарына ярашлы, бөгөн инспекцияға ул булмаған күсемһеҙ милеге өсөн яҡынса 22 мең һум бурыслы.

Владимир Тараканов, зыян күреүсе: «Өфөлә был хәлгә аныҡлыҡ индерә алмағастары, Федераль һалым хеҙмәтенең берҙәм телефонына шылтыраттым. Диспетчер миңә һеҙҙең аҙашығыҙ бар тине. Исем-шәрифе, тыуған көнө тулыһынса оҡшаш. Тик Мәскәүҙә йәшәй. Шулай уҡ тыуған яғы Башҡортостан булыуы билдәле. Күсемһеҙ милек өсөн уның һалымы түләнмәгән, етмәһә, 100 мең һумлыҡ штрафы ла бар. Суд приставтары сит кешенең бурысы өсөн машинама яңыраҡ, хатта, арест һалды».

Владимир Тараканов хәҙер машинаһын һата алмай интегә. Шулай уҡ банк иҫәптәре менән дә ҡуллана алмай. Ғәҙеллек эҙләп пенсионер Федераль һалым хеҙмәтенә һәм прокуратураға мөрәжәғәттәр ебәргән.

Әммә бер ниндәй ыңғай үҙгәреш тә юҡ. Башҡортостан идаралығында был осраҡ буйынса аныҡ яуап бирә алманылар.

Ҡануниәткә ярашлы, һалым күсемһеҙ милектең теркәлгән урыны буйынса билдәләнә. Был объекттар Мәскәү өлкәһендә булғанға күрә, Башҡортостандың һалым органдарында улар хаҡында мәғлүмәт юҡ. Был хәлгә объектив мәғлүмәт бирә алмайбыҙ.

Социаль селтәр аша Владимир Таракановтың Мәскәүҙәге аҙашын таптыҡ. Әммә ул был хәлгә аңлатма биреүҙән баш тартты. Шулай ҙа яҡташыбыҙға ярҙам итер тигән ышаныс бар, телефон номерын ҡалдырҙыҡ. Ә бит бындай осраҡтар тәүгә генә күҙәтелмәй. Благовещенда йәшәүсе ирҙең банктағы иҫәбенән хаталы рәүештә 150 мең һумды алалар, аҙашының Волгоградта йәшәүсе балаларына алимент түләүҙәрен ҡаплауға. Өфөнән Алина Аҡбашева ла ошондай уҡ хәлгә эләгеп, сит кешенең кредиты өсөн 13 мең һумлыҡ стипендияһынан ҡолаҡ ҡаҡҡайны. Бәлки, был проблеманы бөтөрөү өсөн законға үҙгәрештәр идерергә кәрәктер?!

«Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тыныслыҡ бирмәйҙәр»,- тип асыулана Владимир Тараканов. Сит кешенең күсемһеҙ милек өсөн һалым бурыстарын ҡапларға йыйынмай ул. Кәрәк икән, судҡа мөрәжәғәт итәсәк. Әхлаҡи зыян өсөн дә уның компенсация алыу мөмкинлеге бар.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ