Бөгөн халыҡ-ара аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө

Бөтә донъяла уҙғарылған флешмобҡа Башҡортостан да ҡушылды. Баш ҡалала ирекмәндәр листовкалар, шарҙар һәм күк төҫкә буялған печеньелар таратты. Был төҫ Бөтә донъя аутизм ойошмаһы билдәһе. Тап ошо көндә төрлө илдәрҙең архитектур ҡоролмалары күк төҫтәр менән яҡтыртыла. Теләктәшлек йөҙөнән баш ҡаланың «Родина» кинотеатры ла күккә мансылды.

Фото №1 - Бөгөн халыҡ-ара аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө

Вера Устинова, аутизм менән сирләүсе балалар һәм өлкәндәргә ярҙам итеү ойошмаһы рәйесе: «Хәҙерге заманда ғаиләнең матди хәле, социаль статусына, милләтенә ҡарап тормай мөмкинлектәре сикләнгән , шул иҫәптән аутист балалар тыуыуы ихтимал. Ундайҙар йылдан-йыл арта ғына. Ғаиләләр үҙенсәлекле балаларҙы ҡабул итергә әҙер булһын өсөн мәғлүмәт таратабыҙ».

Авторы: Таһир Вәхитов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ