Көндәлектәге биш өсөн - юл йөрөү бушлай, дүртле билдәһенә - 50 процент ташлама

«Телеүҙәк-Сипайлово» йүнәлешендә хәрәкәт иткән 266-сы һанлы автобус маршрутында шундай ҡағиҙә. Водитель балаларҙы уҡыуға дәртләндереү маҡсатында ике йыл элек махсус акция башлап ебәрә. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләп мәктәп эргәһенән үткән автобус водителе уҡыусыларҙың әүҙемлеген, тырышлығын күрә.

Фото №1 - Көндәлектәге биш өсөн - юл йөрөү бушлай, дүртле билдәһенә - 50 процент ташлама

Туҡталҡала ҡала буйлап төрлө яҡҡа хәрәкәт иткән автобус, әммә бишлегә өлгәшеүселәр Михаил Каратановтыҡын көтә. Ике йыл эсендә водитель дә уҡыу алдынғылары менән яҡындан танышып өлгөргән.

Көндәлектәге биштәрҙе күрһәт тә, бушлай йөрө. Эшҡыуар был акцияны ике йыл элек башлай. Маҡсаты - уҡыусыларҙа бер ни тиклем тырышлыҡ, уҡыуға һөйөү уятыу. Сөнки «Телеүҙәк-Сипайлово» маршруты буйынса йөрөгән автобус тиҫтәләп мәктәп эргәһенән үтә. Әйткәндәй, водитель, дәрестәрҙән бишле алған уҡыусыларҙың уңыштарын ата-әсәләренә алда күреп һөйөнә.

Михаил Каратанов, автобус водителе: «Мәктәптә «Бишле» билдәһен алыу ҙа еңел бирелмәй бит. Улар тырыша, уҡый. Яҡшы уҡығандар минең автобусты көтөп тора, уларҙың ҡайһы берҙәрен йөҙгә таныйым. Насар билдә алһалар көндәлектәрен күрһәтмәйҙәр, аҡса сығарып һалалар. Шуға ла был акция уларға ыңғай тәьҫир итә тип уйлайым».

Шулай уҡ водитель бишле алыусылар ултырһа, рейс еңелерәк башҡарыла тип шаярта. Ибраһим менән Сардарбек автобусҡа ингәс тә, көндәлектәрен сығарҙы. Яҙғы каникулдан һуң, улар яңы көс туплап, өс-дүрт фәндән «бишле» алған.

Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа водителдең был акцияһын хуплай. Кем белә, бәлки, тап 266-сы һанлы автобус салонында эленгән аҡ ҡағыҙҙағы дәртләндереү һүҙҙәре мәктәп уҡыусыларына алға этәргес булыр.

Авторы: Фәниә Юланова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ