Өфөлә Владимир Спиваков фонды академияһы проекты старт алды

Аҙна дауамында Рәсәй ҡалаларынан һәм Франция, Израилдән килгән билдәле музыканттар уҡыусыларға дәрестәр бирә. Проектта Башҡортостан район-ҡалаларынан 103 уҡыусы ҡатнаша.

Фото №1 - Өфөлә Владимир Спиваков фонды академияһы проекты старт алды

Башҡорт халыҡ көйҙәре булһынмы, рус, сит ил классикаһы - Ләйсән Ҡаҙаҡбаева бөтәһен дә берҙәй оҫта уйнай. Ул - Халыҡ ара һәм Рәсәй конкурстары лауреаты. Киләсәктә белемен консерваторияла камиллаштырырға уйлаған ҡыҙҙың хыялы әле үк тормошҡа аша башлаған - киләһе дәресте уға Мәскәүҙән килгән педагог Екатерина Немирович-Данченко үткәрәсәк. Ләйсәнгә Владимир Спиваков фонды академияһы проектында ҡатнашыу бәхете тейгән.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин уҡыусыларҙы кларнетта уйнарға өйрәтә. Был музыка ҡоралында уйнау еңелдән түгел. Бер ҡулыңа алғанһың икән, сихри көй сығарғансы тырышырға кәрәк, ти музыка ҡоралында оҫта уйнауы менән киң билдәлелек яулаған яҡташыбыҙ.

Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, В. Спиваков фондының Башҡортостандағы академияһы директоры: «Уҡыусылар был проектта ҡатнашыуҙан илһам алыр тип уйлайым. Улар былай ҙа һәләтле балалар, тап ошондай кимәлдәге дәрестәр уларҙың белгәнен нығытырға мөмкинлек бирә».

Владимир Спиваковтың хәйриә фонды академияһы тантаналы концерт менән асылды. Сәхнәлә Рәсәйҙән генә түгел, Франция, Израилдән килгән музыканттар һәм үҙебеҙҙең таланттар. Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралдары - думбыра, ҡумыҙ һәм ҡурайҙа уйнаусы, «Урал батыр» эпосын һөйләп федераль канал аша үҙен танытҡан Ләйсән Золоторева ла улар араһында.

Спиваковтың хәйриә фонды академияһына эләгеү өсөн уҡыусылар конкурс аша үткән. Бөтәһе 300 -гә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Һайлап алынған 103 бала Өфөлә 8 апрелгә тиклем билдәле музыканттарҙҙан оҫталыҡ дәрестәре ала.

11 йәштән 17 йәшкәсә уҡыусылар «Фортепиано», «Скрипка», «Кларнет», «Флейта», «Саксофон», «Вокал», «Һынлы сәнғәт» йүнәлештәре буйынса уҡый. Дәрестәр һәм проект осоронда Өфөлә йәшәү улар өсөн бушлай. Мәҙәни белем биреүсе проект Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған. Педагогтар Салауат, Учалы ҡалаларына ла барып дәрестәр бирәсәк.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ