НТВ каналының «Һин-супер!» проекты ойоштороусылары башҡорт ҡыҙы өсөн тәүге тапҡыр ҡағиҙәне үҙгәртте

Проектың беренсе турында Әбйәлил районынан 15 йәшлек Зарема Шәйхетдинова «Titanium» йыры менән сығыш яһаны. Әммә яҡташыбыҙҙың моңло тауышы баһалама ағзаларының барыһының да күңелен әсир итә алманы. Шулай ҙа мәктәп уҡыусыһы телевизион проектың киләһе турына сыҡты.

Фото №1 - НТВ каналының «Һин-супер!» проекты ойоштороусылары башҡорт ҡыҙы өсөн тәүге тапҡыр ҡағиҙәне үҙгәртте

Федераль канал, тере тауыш һәм йондоҙло жюри ағзалары. Әбйәлилдән Зарема Шәйхетдинова сит ир йыры менән «Һин-супер!» проектында сығыш яһаны. Оло сәхнәгә сығыуҙан ябай ауыл ҡыҙы ниндәйҙер тулҡынланыу хистәре кисерҙе. Әлбиттә, был уның тауышында ла сағылмай ҡалманы. Өҫтәүенә, Зарема үҙе өсөн ҡатмарлы йырҙы һайлаған. Быны һуңынан баһалама ағзалары ла билдәләне. Шулай ҙа Владимир Пресняков башҡорт ҡыҙын артабанғы бәйгенән төшөрөп ҡалдырырға теләмәне. Ул уның моңло тауышын тағы ла ишетеү өсөн халыҡ йырын башҡарыуҙы һораны.

«Бер алманы бишкә бүләйек» йырын башҡарғандан һуң баһалама ағзалары бер тауыштан Зареманы киләһе турға үткәрҙе. Бының өсөн хатта, ойоштороусыларға проекттың ҡағиҙәһенә тәүге тапҡыр үҙгәрештәр индерергә лә тура килде.

Зарема уҡытыусыһы менән бергә «Һин - супер!» конкурсына заявканы былтыр көҙ ҡалдырған. Проект авторҙары уның тауышын скайп аша тыңлап ҡарағандан һуң шунда уҡ Мәскәүгә саҡырған. Әлеге ваҡытта йәш йондоҙ Рауил ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә, ошондай уҡ белем ала. Уның халыҡ йырҙарына һөйөүе бала саҡтан килә, ти уҡытыусылар.

Был республика балаларының федераль проекттарҙағы беренсе уңышы ғына түгел. Былтыр Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарёва ла үҙенең сығышы менән бөтә илде шаулатты. Ул жюри ағзаларын үҙенең ғәҙәти булмаған тауышы һәм бер юлы бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән таң ҡалдырҙы.

Авторы: Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ