Өфөнөң Комаров исемендәге балалар ижад йортонда «Сыңлы үксә» балалар хореография конурсына йомғаҡ яһалды

Унда республиканың төрлө төбәктәренән 53 коллектив, меңдән ашыу бала ҡатнашты. Конкурс шарттары буйынса ансамблдәр яңы бейеү башҡарырға тейеш ине. Өфөнән «Веселинка» өлгөлө балалар хореография ансамбле ике яңы бейеү менән сығыш яһаны. Башҡорт егеттәренең һынмаҫ рухын сағылдырған «Урал улдары» композицияһы үҙенсәлекле костюмдар, юғары башҡарыу оҫталығына еткерелгән бейеү хәрәкәттәре менән ябай тамашасыны ла, талапсан жюри ағзаларын да әсир итте.

Фото №1 - Өфөнөң Комаров исемендәге балалар ижад йортонда «Сыңлы үксә» балалар хореография конурсына йомғаҡ яһалды

Роман Чувашов, «Веселинка» өлгөлө балалар хореография ансамбле бейеүсеһе: «Миңә был бейеүҙең дәртле һәм халыҡсан булыуы оҡшай, тамашасыға ла өндәшәбеҙ. Залға йылы энергетика өләшәбеҙ. Тамашасылар ихлас ҡул саба».

Мәликә Кәримова, «Веселинка» өлгөлө балалар хореография ансамбле солисы: «Сәхнәлә өр-яңы ике бейеү менән сығыш яһаныҡ. Улар икеһе лә башҡа сығыштарҙан айырылып тора. Тамашасы күңелен яуларға тырыштыҡ».

Гран-приға лайыҡ булыусы коллективтың икенсе уңышлы постановкаһы - мексика бейеүе. Мексика халҡының баш кейеме самбреро менән бейеүҙә дүрт пар сығыш яһаны. Улар бөтәһе лә балалар ансамбленең һәләтле бейеүселәре.

Оксана Щука, «Веселинка» өлгөлө балалар хореография ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: «Беҙҙең һәр конкурс яңы баҫҡысҡа күтәрелеү һәм тәжрибә туплау майҙаны. Көслө коллективтар араһында еңеп сығыу әлбиттә һөйөнөслө, коллектив сығыш яһағанда мин балалар менән бергә тулҡынланам. Бейеү өсөн йәшәйем, ижад итәм һәм яңы постановкалар ҡуям».

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ