Төҙөлөш ерендәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн 36 йәшлек төҙөү-монтажлау эше мастеры ғәйепле тип танылды. Был турала Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.
2017 йылдың сентябрендә Зәки Вәлиди урамы, 58 адресы буйынса урынлашан йорт янынан үтеп барған пенсионерға ҡойма ауа. Һөҙөмтәлә 78 йәшлек ҡатындың янбашы һына.
Ҡойманы “Стройкомплект – Өфө” ЯСЙ урынлаштырған булған. Хәүефһеҙлек өсөн яуаплы 36 йәшлек мастер ғәйепле тип табылды. Ул ҡойманың ныҡлығын тикшермәгән, хәҙер зыян күреүсегә штраф түләй.




