Бөрө ҡалаһында 35 йәшлек фельдшер үлеп барған пациентҡа ярҙам итмәгәне өсөн шартлы рәүештә ике йылға хөкөмгә тарттырылды. Бындай ҡарарҙы Башҡортостандың Юғары суды сығарҙы.
2014 йылдың ноябрендә урындағы фельдшерға иренең насар хәл-торошон аңлатып ҡатыны шылтырата. Ирҙең йөрәге ауыртҡан булған. Медецина хеҙмәткәре ауырыуҙың өйөнә барыуҙан баш тарта, иртәнге туғыҙҙан һуң фельдшер пунктына килерһегеҙ, тип кенә яуап бирә.
Килеп еткән ашығыс ярҙам докторҙары ауырыуҙы ҡотҡарып ҡала алмай – һуң була. Фельдшер иһә, үҙен шул көндө насар тойғанына күрә ауырыу янына бара алманым, тип аҡлана.
Ғәйепләнеүсе суд ҡарары менән риза түгел, апелляция инстанцияһы судына ялыу ебәргән.




