Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы полицияһына ике сауҙа үҙәгендә һалынған шартлатҡыс тураһында мәғлүмәт килгән.
Bsh.news сығанағы мәғлүмәте буйынса, шартлатҡыстар “Сити молл” һәм “Фабри” сауҙа үҙәктәрендә һалынған, тигән хәбәр булған. Әйтелгән урындарға ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары сыҡҡан. Һатыу майҙансыҡтарынан бөтә кешеләрҙе эвакуациялағандар.
Тулы мәғлүмәт асыҡлана.




