Өфө халҡы шәхси медицина приборҙарын тикшертә ала

Акция Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арнала. Был көндө тонометр, глюкометр, күҙлек, үлсәү һ.б. медицина приборҙарын белгестәрҙән дөрөҫлөккә тикшертергә мөмкин буласаҡ.

Өфө хакимиәте хәбәр итеүенсә, тикшереү бушлай үткәрелә. Акция ваҡыты: 6 апрель, 10:00-12:00. Адресы: Ибраһим бульвары, 82.