Башҡортостанда иртәгә +8 градусҡа тиклем йылытасаҡ

Иртәгә, 4 апрелдә, республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын.

Фото №1 - Башҡортостанда иртәгә +8 градусҡа тиклем йылытасаҡ

Һауа температураһының республикала төндә -2, -7 градус һалҡын, көндөҙ +3, +8 градус йылы, Өфөлә төндә -2, -4 градус һалҡын, көндөҙ +5, +7 градус йылы булыуы күҙаллана.

Алдағы ике тәүлектә көндөҙ һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүе, яуым-төшөмдөң артыуы көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ