Бындай ҡарарҙы Нуриман район-ара суды сығарҙы. Бөтә сайт та Рәсәй территорияһында тыйылған мәғлүмәтте тарата.
Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ҡайһы-бер интернет-сәхифәләрҙә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән йәнлектәрҙе һатыу ойошторолған булған. Ҡайһыларында водитель таныҡлығы, ОСАГО полисы һ.б. документтар тәҡдим иткәндәр.





