Санкт-Петербургта башҡорт шиғриәте кисәһе уҙғарылған

Сара төнъяҡ баш ҡаланың “Мәскәү” мәҙәни-ял үҙәгендә ойошторолдо һәм Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналды. Кисә сиктәрендә тасурири шиғыр уҡыу конкурсы ла уҙҙы.

Фото №1 - Санкт-Петербургта башҡорт шиғриәте кисәһе уҙғарылған

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, кисәне ойоштороусылар – Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы).

Сараның махсус ҡунағы – Гөлнур Ҡарабулатова, унан тыш, “Ирәндек” балалар төркөмө һәм “Аманат” театр студияһы ла сығыштар яһаны.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ