Иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн 200 мең һум штраф

Белорет ҡалаһында 24 йәшлек егеткә хөкөм сығарҙылар. Ул ҡабаттан иҫерек килеш руль артына ултырған.

Фото №1 - Иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн 200 мең һум штраф

Прокуратура хәбәр итеүенсә, үткән йылдың ноябрендә шул уҡ водитель ҡандағы алкоголь процентын билдәләр өсөн үткәрелгән медицина анализынан баш тарҡаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙаләрен боҙғаны өсөн егет 200 000 һумға штрафланды һәм 3 йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм булды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ