Башҡортостанда тәүлек эсендә ике кеше автомобилдән тапалған

Ике осраҡ та үлемесле булып сыға. Был турала Башҡортостандың Дәүләт авто инспекцияһы хәбәр итә.

Фажиғәләрҙең береһе Өфө-Бөрө-Яңауыл юлында, 51 йәшлек “ВАЗ-2109” водитель һәм 24 йәшлек егет менән була. Икенсе осраҡ Күмертауҙа була. Өфө-Ырымбур юлында “Дэу Матиз” руле артында ултырған 22 йәшлек ҡыҙ 57 йәшлек ирҙе төкөгән.