Марина Григорьева 29 мартта Островский урамындағы өйөнән сығып китә, бынан һуң уны бер кемдең дә күргәне юҡ.
Марияның ире хәбәр итеүенсә, юғалыр алдынан улар ныҡ ҡына ирешкәндәр. Ҡатын биш һәм ете йәшлек ҡыҙҙарын алып билдәһеҙ яҡҡа сығып киткән.
Марияны өйҙә тағы 10 йәшлек улы менән өс йәшлек ҡыҙы көтә. Юғалған көндө ул йәшел куртка һәм аҡ ботинка, ә ҡыҙҙар алһыу курткалар кейгән булған.
Ниндәй ҙә булһа ла мәғлүмәткә эйә булыусыларҙы 8 960 383 91 29 телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала.




