Енәйәтте полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 38 йәшлек ҡатын аҡса өсөн фатирына 5 сит ил кешеләрен яҙҙырған. Ҡунаҡтар үҙҙәре башҡа ерҙә йәшәгән.
Фиктив яҙҙырыу өсөн енәйәт эше асылған. Ҡатынға 3 йылға тиклем азатлыҡтан яҙыу янай.




