Был маҡсатта 14 миллиард һум аҡса бүленә. Был хаҡта бөгөн Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау аҙналығы өсөнсө медицина форум-күргәҙмәһен асыу тантанаһында белдерҙе. «Сәләмәт быуын - сәләмәт төбәк» исеме аҫтында форум 6 апрелгә тиклем дауам итә. Илдең алдынғы медицина белгестәре дүрт көн эсендә Өфөлә кәңәшмәләрҙә, семинарҙарҙа тармаҡ мәсьәләләрен барлай, ә медицина техникаһы, тауарҙары етештереүселәр һуңғы ҡаҙаныштары менән таныштыра.
500 грамм һәм унан да кәмерәк булып етлекмәй тыуған балалар өсөн инкубатор. Чехияла етештерелгән аппарат һуңғы йылда һатыуға сығарылған. Перинаталь үҙәктәр өсөн тәғәйенләнгән заманса ҡоролма 3 миллион һумға тиклем тора. Чехияла Башҡаларҙан айырмаһы шунда - уның эсендә сабыйға йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Һауа, дымлылыҡ, йылы- автоматик рәүештә көйләнә.
Ошо һәм медицина өлкәһендәге башҡа ҡаҙаныштар «Вднх Экспо» күргәҙмәләр залында. «Сәләмәт быуын - сәләмәт төбәк» исеме аҫтында үткәрелгән һаулыҡ һаҡлау аҙналығында илдең 17 төбәгенән 190 предприятие үҙ тауарҙарын тәҡдим итә.
Сара республиканың ғына түгел, илдең алдынғы медицина белгестәрен бер майҙанға йыйҙы. Борсоған мәсьәләләр уртаҡ. Шуларҙың береһе - демография. Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо йыл һайын бер йылға арта килә, әлегә ул 71 булһа, яҡын киләсәктә уны 80 йәшкә еткереү бурысы тора. Төбәктә медицинаға быйыл 78,5 миллиард һум аҡса һалыу ҡаралған. Киләһе ике йылда медицина тармағы ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтәсәк.
Поликлиникаларҙағы хеҙмәтләндереү сифаты, сират мәсьәләһе яҡшыртыуҙы талап итә. Был йәһәттән баш ҡаланың бер нисә һәм Белорет, Күмертау ҡалаларындағы поликлиникаларҙа яңы система үҙләштереләсәк. 2019 йылда улар барыһы ла «Һаҡсыл поликлиника» программаһы буйынса эшләргә тейеш.
Һаулыҡ һаҡлау тураһында һүҙ йөрөткәндә, иң тәүҙә сәләмәт йәшәү рәүеше күҙ уңында булырға тейеш. Системаны пирамида итепҡараһаҡ, уның төбөн тап сәләмәт тормош тәшкил итә, әммә был нигеҙҙе хәсәтәрләү юҡ, тине Республика Башлығы.Киләсәктә республикала сәләмәт йәшәү төбәк стратегияһы булдырыласаҡ. Республика Башлығы уның комиссияһын үҙе етәкләйәсәге тураһында белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәғариф министрлыҡтары берлектә эш алып барырға бурыслы. Республика был документты илдә беренселәрҙән булып ҡабул итәсәк. Шулай уҡ шифахана-курорт селтәре эшмәкәрлегендә лә тәртип талап ителә, тине Рөстәм Хәмитов. Һүҙ дауаланыуҙан тыш, ял итеү өсөн шарттар, инфраструктураны үҫтереү тураһында бара.
Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы сиктәрендә төрлө акциялар ҙа үтә. «Вднх-Экспо» майҙанында УЗИ ,ЭКГ үтергә, күҙҙәрҙе тикшертергә һәм башҡа белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлеге лә бар.




