Ҡорт балының ялғанмы, түгелме икәнлеген асыҡлау өсөн махсус патент

Өфө ғалимдары башҡорт балының асылын тикшереүгә яңы ысулға патент алған. Был ҡортсолоҡ продукцияһын анализлауҙы һәм тикшереүҙе үҙ эсенә ала. Яҡын киләсәктә балдан тыш, башҡа аҙыҡ-түлектең ысынмы,түгелме икәнен асыҡлап буласаҡ. Яңы ысул ҡорамалдар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн ҙур сығымдар талап итмәй. Тулырыҡ хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Фото №1 - Ҡорт балының ялғанмы, түгелме икәнлеген асыҡлау өсөн махсус патент

Камил Латипов башта тикшереләһе бал өлгөһөн спектрометрға урынлаштыра, һуңынан ғына балды сканерлай башлай. Төп маҡсат татлы ризыҡты ялған бал төрҙәрҙән айырыу, махсус базаға һалынған ялған өлгөләр менән сағыштырыу. Әгәр күрһәткестәр махсус кәртәнән юғары булһа - бал таҙа.

Таҙа балды асыҡлау идеяһы патент кимәленә үҫтергәнсе дүрт кешенән торған ғилми -тикшеренеүҙәр төркөмө бал төрҙәре хаҡында ентекле мәғлүмәт туплаған. Үҙбеҙҙә йыйылған йүкә, сәскә балдарынан тыш, Ҡырым, Ырымбур өлкәһе һәм башҡа ерҙәрҙә йыйылған бал тураһында төп мәғлүмәт тупланған

Михаил Долматов, Башҡорт дәүләт университеты профессоры: «Баҙар фальсификат бал менән тулған. Беҙ балдың таҙалығын асыҡлау өсөн оптик ысул тәҡдим итәбеҙ. Ул яҡтылыҡ ярҙамында балдың сифатын асыҡлай».

Башҡорт балының сифатын яңы патентланған ысул ярҙамында асыҡлау ҡулланыусыларға продукцияның сифаты хаҡында гарантия бирә ала. Ғалимдар был ысулды балды һатыуға сығарыр алдынан ҡулланыу отошло, тип билдәләй.

Ҡортсолоҡ продукцияһын донъя баҙарына сығарыу өсөн бал илле төрлө компонентҡа тикшерелә. Бындай теүәл анализдар Мәскәүҙә һәм алдынғы Европа илдәрендә генә башҡарыла. Ә Өфө ғалимдары иһә, ҙур сығымдар түкмәйенсә, ысын балды асыҡлау анализын лаборатор шарттарҙа башҡарырға тәҡдим итә.

Апитерапия һәм умартасылыҡ буйынса эксперттар иһә, был ысулды, яңы велосипед уйлап табыуға тиңләй. Улар фекеренсә, таможня союзында тауарҙы һайлап алыу өлкәһендә күптән ҡәтғи тәртип һәм талаптар ҡабул ителгән.

Бал сифаты тирәләй һорауҙар күп. Иң мөһиме, сифатты тикшереү мәсьәләһенә ҡайтып ҡала. Сит илдәргә умартасылыҡ продукцияһын һатыу ҡәтғи стандарттар менән билдәләнгән. Башҡорт балының сифаты нормаларға тап килә лә бит, әммә уны иҫбатларлыҡ ҡорамалдар менән йыһазландырылған лаборатория республикала юҡ. Умартасылар балдың сифатын билдәләргә Мәскәүгә йөрөй.

Һис һүҙһеҙ, бөгөн республикала балдың күп яҡлы компоненттарын асыҡлаған үҙ лабораториябыҙ булдырылырға тейеш. Башҡортостанда улар әле ни бары унлап ҡына, ә Европала биш тапҡырға күберәк. Бөйөк Британия етештергән техниканы, мәҫәлән, биш миллион һумға һатып алырға мөмкин. Өҫтәүенә, ул балды ғына түгел, он, ит һәм башҡа ауыл хужалығы продукциялары сифатын тикшереү һәләтенә эйә. Ентекле лаборатор тикшереүҙәрҙе урында үҫтергәндә беҙҙең башҡорт балы сифаты асыҡланып, халыҡ-ара баҙарҙа ла үтемле тауар була алыр ине.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ