Ташҡын мәлендә Өфө йылғаһының кимәле туғыҙ метрға тиклем күтәрелеп, баш ҡаланы һыу менән тәьмин итеү системаһы эшмәкәрлеген тотҡарлаған

Бер нисә скважина, уларға илткән юлдар һыу аҫтында ҡалған. Бөгөн тап ошо легендаға ярашлы, «Өфө һыу каналы» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре яҙғы ташҡынға әҙерлеген күрһәтте. Төньяҡ һыуүткәргестә ойошторолған уҡыу барышында улар авария булған участкала өҫтәмә насос станциялары ярҙамында етешһеҙлектәрҙе бөтөрҙө, һыуға анализ яһаны. Бынан тыш, персонал беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса белем кимәлен дә күрһәтте.

Фото №1 - Ташҡын мәлендә Өфө йылғаһының кимәле туғыҙ метрға тиклем күтәрелеп, баш ҡаланы һыу менән тәьмин итеү системаһы эшмәкәрлеген тотҡарлаған

Ташҡын мәлендә баш ҡала халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡ булмаясаҡ. «Өфө һыу каналы» предприятиеһының төньяҡ һыуүткәргесендә барлыҡ скважиналар ҙа контролдә тотола.

Технологик талаптар нигеҙендә һыу анализы йышлығы өс тапҡырға юғары. Техноген бысраныуҙар осрағын булдырмау маҡсатында 300 төрлө матдә, шул иҫәптән фенол, нефть продукттары барлығы-юҡлығы тикшерелә. Әйткәндәй, быйыл баш ҡала биләмәһендәге йылғалар яҡынса яҡынса 4-5 метрға күтәрелер тип көтөлә. Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре һыу аҫтында ҡалыу хәүефе юғары булған шәхси йорт хужалары, баҡсасылар менән осрашып, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында аңлатыу эштәре алып бара.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ