Сауҙа үҙәгендә ҡуйылған видеоҡоролманан күренеүенсә, спиртлы эсемлектәр кәштәһе янына туҡтаған ир эсемлектәрҙе кәрзин урынына кеҫәһенә тултыра. Артабан һатыусыларҙан ҡасҡан ирҙең кеҫәһенән өс шешә коньяк төшөп ҡала, уғры үҙе ике һауыт менән ҡасып өлгөрә. Ваҡиға урынына оператив-тикшереү төркөмө ебәрелә. Хоҡуҡ һаҡсылары ошо уҡ көндө бурҙы ҡулға ала, ул иҫерек көйө полиция бүлегенә килтерелә. 29 йәшлек ир ғәйебен таный. Урлашыу осрағы буйынса енәйәт эше асылған.




