Өфөлә ялған социаль тәьминәт хеҙмәткәре пенсионерҙан 160 мең һум урлаған

Полиция пенсионер фатирынан аҡса урлаған мутлашыусыны эҙләй. Ул социаль тәьминәт хеҙмәткәре булып үҙен танытҡан.

Фото №1 - Өфөлә ялған социаль тәьминәт хеҙмәткәре пенсионерҙан 160 мең һум урлаған

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 82 йәшлек ҡатындың өйөнә таныш булмаған кеше килгән. Мутлашыусы пенсионерға киләһе айҙан компенсация түләнә башланасағын һөйләп ебәргән һәм фатирҙа булған аҡсаны һораған, йәнәһе лә купюраларҙың номерын күсереп яҙып алырға кәрәк. Аҙаҡ мутлашыусы ҡыҙ һыу һорағас, пенсионер башҡа бүлмәгә йүнәлгән, был арала енәйәтсе 165 мең һум урлап сығыу яғын күргән.

Мутлашыуға ҡарата енәйәт эше асылған, бурҙы эҙләйҙәр.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ