Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы транспортлау ойошмалары сауҙалашыу шарттарында һайлап алынасаҡ

Уны уҙғарыу тәртибе бөгөн Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында ҡаралды. Ғәмәлдәге ҡануниәт ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы транспортлаусы ойошманы төбәк операторҙарына сауҙалашыу нигеҙендә һайлап алыу талабын ҡуя. Асыҡ конкурста еңеүсе ойошма менән башҡарма власть органы араһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ултырышта аукционды уҙғарыу тәртибе һәм көнө ҡаралды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының башланғысы күпселек тауыш менән хупланды.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин