Республика етәксеһе билдәләүенсә, юлаевсылар алдан ҡуйылған бурыстарға өлгәшә алманы. Команда кәмендә көнсығыш конференция финалында уйнарға тейеш ине. Ошондай һөҙөмтәләрҙән сығып командала үҙгәрештәр көтөлә. Баш тренер Эркка Вестерлундға бәйле аныҡ ҡарар алдағы бер-ике көндә ҡабул ителәсәк. Бынан тыш, команданан биш уйынсы китте һәм яҡын арала тағы биш уйынсы менән хушлашырға тура киләсәк, тип белдерҙе Республика Башлығы.




