Росгвардияның шартлатҡыс техниктары Шишмә ауылында, 35 йәшлек ирҙең һарайында табылған артилерия һуғыш припасын тикшергәндәр.
Табылған предмет 1944 йылғы шартлатҡыс булып сыҡҡан, ул тирә-яҡҡа ҙур хәүеф менән янаған. Ҡулға алынған йорт хужаһы припасты үҙе хеҙмәт иткән хәрби объектан сығарыуы тураһында хәбәр итте.
Припас Өфө гарнизонының тәфтиш бүлегенә тапшырылды. Тикшереү эштәре дауам итә.




