Өфөлә Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте

Республиканың мөмкинлектәре сикләнгән йәш спортсылары һәм уларҙың тренерҙары бишенсегә тәбрикләнде. Быйыл бүләкләү тантанаһында билдәле олимпия чемпиондары Татьяна Лебедева менән Александр Карелин да ҡатнашты. Дәүләт думаһы депутаты грек-рим көрәше буйынса республика мәктәп уҡыусыларына оҫталыҡ дәресе лә ойошторҙо.

«Ҡулдар көслө булһын тиһәң, теннис тубы ярҙамында көн дә күнекмә яһарға кәрәк»,-ти грек-рим көрәше буйынса өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелин. Республиканың йөҙгә яҡын йәш спортсыһы менән бер келәмдә осрашып ул үҙ кәңәштәрен бирҙе. Дәғүәсе менән нисек дөрөҫ күрешеүҙән алып, уны еңер өсөн ниндәй алымдар ҡулланырға, аяҡ-ҡулдарҙы нисек ҡуйырға кәрәклеген - быларҙың барыһы хаҡында ла балаларға күрһәтмә сығыштар ярҙамында аңлаттылар. Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ көрәшсе малайҙарҙың физик әҙерлегенә баһа ла бирҙе

Александр Карелин шулай уҡ йәш спортсыларҙы күберәк китап уҡырға саҡырҙы. Көрәшсе физик яҡтан сыныҡҡан да, шул уҡ ваҡытта белемле лә булырға ла тейеш.

Александр Карелин, Дәүләт Думаһы депутаты, грек-рим көрәше буйынса өс тапҡыр олимпия чемпионы: «Әгәр ҙә бөгөн осрашыуҙа булған йөҙ баланың бишәүһе дөрөҫ йүнәлеш буйынса барыуын аңлап, спортта сынығыуын дауам итһә - был үҙе үк уңыш.. Шуныһы ҡыуандыра, Башҡортостанда көрәш бик популяр. Уны яраталар, уның менән йәшәйҙәр. Йәш спортсылар араһында әленән үк келәмдә билдәлелек яулаусылар бар».

Олимпия чемпионы башҡа спорт төрҙәре буйынса ла ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән балалар һәм үҫмерҙәр менән осрашты. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ул Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһын тапшырыуҙа ҡатнашты. Сәхнәгә бер-бер артлы мөмкинлектәре сикләнгән, әммә йәшәүгә көс-дәрттәре ташып торған спортсылар сыҡты.

Бишенсегә ойошторолған конкурс еңеүселәре ете номинацияла билдәләнде. Үҫмерҙәр араһында йөҙөү, фехтование, еңел атлетиканы үҙ итеүселәр, хатта, спорт мастерына нормативтарҙы үтәүселәр ҙә бар. Кесе йәштән алып республика, Рәсәй, донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып улар күп кенә еңеүҙәр яулаған. Әйткәндәй, был бәйгене үткәрә башлауға 2014 йыл Сочиҙа үткән Паралимпия уйындары этәргес була, бөгөн Башҡортостанда тормошҡа ашырылған был проектты илдең билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спорсылар һәм артистар ҙа ҡеүәтләп сығыш яһай.

Римма Баталова, Дәүләт Думаһы депутаты, 13 тапҡыр паралимия чемпионы: «Республиканың йәш спортсыларын дәртләндереү маҡсатында йәмәғәт премияһы булдырылды. Конкурста ҡатнашыусыларға йәш сикләүе лә бар - уларҙың егермеһе тулмаған булырға тейеш».

Татьяна Лебедева, Рәсәй Федерацияһы советы ағзаһы, еңел атлетика буйынса олимпия чемпионы: «Паралимпия хәрәкәте хаҡында һөйләгәндә беҙ тәү сиратта Башҡортостанды күҙ уңында тотабыҙ. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, ысынында шулай. Бөгөн сәхнәлә тәбрикләнгән йәш спортсылар киләсәктә илдең йыйылма командаһына инеп, паралимпия уйындарында лайыҡлы сығыш яһар тип ышанам».

Шулай уҡ «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһы тренерҙар, бағыусылар һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәренә лә тапшырылды. Бүләкләү тантанаһын бай концерт программаһы биҙәне. Саранан һуң конкурсты ойоштороусылар һәм саҡырылған ҡунаҡтар Республика Башлығы менән осрашты. Рөстәм Хәмитов әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһын алған йәш спортсылар киләһе йыл Башҡортостанда үтәсәк Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарында ҡатнашһын тигән тәҡдимен еткерҙе. Рима Баталова лайыҡлы команда йыйырға вәғәҙәләне. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең күбеһе Паралимпия чемпиондары булырға хыяллана. Тимәк, яулайһы үрҙәр алда әле.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина