«Урман янғындарына ышаныслы кәртә»

Иглин районында ошо девиз аҫтында янғын һүндереү оҫталығы буйынса төбәк-ара күнекмә үтте. Сарала республиканың биш районы ҡатнашты. Тәүҙә комиссия ағзалары автотранспорт, уларҙың торошон, һәр район бүлексәләренең янғын ҡоролмалары тәртиптә булыуын ҡарап сыҡты.

Фото №1 - «Урман янғындарына ышаныслы кәртә»

Уҡыу күнекмәһе сценарийына ярашлы, Петрово-Федоровка ауылы эргәһендә иртәнге сәғәт унда шартлы янғын сығыу осрағы теркәлде. Был турала кеҫә телефондары аша оператив хәбәр еткерелде. Утты һүндереүгә биш райондан 12 берәмек техника йәлеп ителде. Күнекмәләрҙә хеҙмәткәрҙәр әүҙем ҡатнашты.

Авторы: Фәниә Юланова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ