«Тирмәкәй»ҙә - башҡорт төркөмө

Шишмә районы Әлкә ауылында 2015 йыл аҙағында сафҡа ингән балалар баҡсаһында бөгөн башҡорт төркөмө асылды. Ул урында йәшәүсе ата-әсәләр башланғысында ойошторолған.

Фото №1 - «Тирмәкәй»ҙә - башҡорт төркөмө

«Тирмәкәй»ҙә байрам. Әлкә ауылы балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылыуын шишмәләр ҡыуанып ҡабул итте. Ошо уңайҙан учреждение тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡтарға матур концерт программаһын да әҙерләп күрһәтте. Тантаналы сара өсөн балалар өсөн сәхнә кейемдәре тегелгән. Башланғысты ата-әсәләр хуплап күтәреп алған.

Шатлыҡлы ваҡиғаны, хатта рус һәм удмуртд милләтенән булған ғаиләләр ҙә уртаҡлашты. Улар ҙа махсус төркөм булдырыуҙа үҙ өлөшөн индергән. Күбеһе балаларын башҡорт милли мөхитендә тәрбиәләү яҡлы. Ҡоролтай ағзалары әйтеүенсә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт төркөмө булырға тейеш.

Ә инде был осраҡта ата-әсәләрҙең теләге яуапһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Сөнки ул Башҡортостан Конституцияһы менән нығытылған. Әлкә ауылы миҫалында мәҫәлән, төркөм асыу ауырлыҡ тыуҙырмаған. Сөнки балалар баҡсаһы мөдире үҙе лә ҡыҙыҡһыныу белдергән. Төркөмдә балалар милли рухта тәрбиәләнһен өсөн махсус дәреслектәр ҙә тапшырылды.

Әйткәндәй, төбәктәрҙә башҡорт төркөмөн ойоштороуҙа маҡсатлы эш алып барыусыларға дәртләндереү саралары ла ҡаралған.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт төркөмөн булдырыу акцияһы киләсәк өсөн эшләй. Уның Шишмә районында башланыуы икеләтә ҡыуаныслы, тип билдәләй ҡоролтай ағзалары. Беренсенән, төбәктең атамаһы, икенсенән, төркөмгә башҡорт милли уйын ҡоралы исеме бирелеүе оҙон ғүмерле булыуына ишара. Сираттағы сара Күмертау һәм Салауат ҡалаларында ла көтөлә.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ