Гипстан башҡорт сувенирҙары

Өфөлә йәшәүсе Ләлә Камалетдинованың шәхси күргәҙмәһендә уларҙың ниндәйе генә юҡ! Ҡумыҙсы ҡыҙ, ҡурайсы егет, бейеүсе Заһиҙә, Урал батыр һәм башҡалар. Оҫта ҡуллы ханым был кәсеп менән ун йыл шөғөлләнеү осоронда меңәрләгән сувенир яһай. Әлеге ваҡытта Ләлә Камалетдинова гипстан «Ете ҡыҙ»ҙы һынландырыу менән мәшғүл.

Әммә форма эсенән әҙер сувенир килеп сыға тигән һүҙ түгел әле. Оҫта ҡуллы ханым гипсты шымарта, фигураның һәр бер өлөшөн буяуға әҙерләй. Был эш сабырлыҡ, ваҡыт талап итә. Һынланған фигураларҙың күп булыуын иҫәпкә алғанда, Ләлә Камалетдинова оҫтахананан көнө-төнө сыҡмай эшләй. Һәр береһенең исемен, ни өсөн тап шул образға тотоноуын кинәнеп һөйләй.

Ләлә Камалетдинова һөнәре буйынса башланғыс синыф уҡытыусыһы. Гипстан сувенирҙар эшләүгә ул ун йыл элек тотона. Был шөғөл менән ныҡлап мауығыуын ханым алыҫ Себер яҡтарында йәшәгәндә тыуған яҡты һағыныуын баҫыу маҡсатында, ә хәҙер шул тойғоларҙы башҡорт темаһына сувенирҙар эшләүгә күсереүе менән аңлатты.

Оҫта ҡуллы ханымдың эштәрен беренселәрҙән булып тормош иптәше баһалай. Һөнәре буйынса төҙөүсе Ринат Камалетдинов һәр бер образда теүәллек ярата, шуға ла Ләлә ханыма ул кәңәшсе лә, ярҙамсы ла. Башҡорт батырҙарын һынландырғанда ҡылыс, ҡурайҙы эшләп бирә.

Ләлә Камалетдинованың эштәре Өфө күргәҙмәләрен, кибет кәштәләрен генә биҙәмәй, ә сит илдәргә бүләк итеп тә һатып алалар. Оҫта ҡуллы ханым әйтеүенсә, сувенирҙарҙың теүәл генә иҫәбе лә юҡ.

«Ете ҡыҙ» экспозицияһына Ләлә Камалетдинова яҡын киләсәктә ныҡлап тотонмаҡсы. Тимәк, был ижад емеше лә тиҙҙән йорт эсендәге ҡурайсы, ҡумыҙсы, бейеүсе ҡыҙҙар, дейеү менән алышҡан Урал батыр һәм башҡа сувенирҙар рәтенә баҫасаҡ.

Авторы: Фәниә Юланова