«Мисс Рәсәй-2018» Халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһен һайлауҙа һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала

Тауыш биреү конкурстың махсус сайтында старт алды.

Фото №1 - «Мисс Рәсәй-2018» Халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһен һайлауҙа һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала

Әйткәндәй матурлыҡ бәйгеһендә Башҡортостан данын Ҡырмыҫҡалы ҡыҙы, «Һылыуҡай-2017» республика гүзәллек конкурсы еңеүсеһе, «Мисс Азия Альма матер» исемен яулаусы яҡташыбыҙ Земфира Байдәүләтова яҡлай. Конкурста Рәсәй төбәктәренән барлығы 50 һылыу ҡатнаша. Әлеге ваҡытта Земфира ике мең ярым тауыш менән 4-се урында килә. Беренсе баҫҡыста 12 мең тауыш йыйған Тыва республикаһы вәкиле Норгьянма Монгуш. Яҡташыбыҙҙың «Мисс Рәсәй – 2018» исемен яулауына һәр тамашасы үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн конкурстың рәсми сайтына инеп тауыш биреү ҙә етә. Электрон адресы - www.missrussia.ru

Авторы: Таһир Вәхитов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ