Авария бөгөн, 4 апрелдә, Нефтекама ҡалаһында теркәлгән. Фажиғә урынынан фотолар социаль селтәрҙәргә эләгә.
“8:30 сәғәт тирәһендә 4 автомобиль менән автобус бәрелешә. Авария ғәйепсеһе – автобус водителе. Хәл-ваҡиға урынына ике тиҙ ашығыс ярҙам бригандаһы килде”, - тип хәбәр итә авария шаһиты.
Һөҙөмтәлә ҡаты яраланыусылар бар. Әлеге ваҡытта авария деталдәре асыҡлана.







