Башҡортостанда ашығыс ярҙам машинаһы түңкәрелгән

Авария бөгөн, 4 апрелдә, Сибай ҡалаһында була. Ашығыс ярҙам машинаһы менән “Нива” төкөшкән. Хәл-ваҡиға урынынан фотолар социаль селтәрҙәргә эләкте.

Матросов һәм Пионерҙар урамдары киҫешендә “Нива” водителе ашығыс ярҙам машинаһын үткәрмәгән. Һөҙөмтәлә медиктар машинаһы түңкәрелгән. Бәхеткә күрә, бөтәһе лә имен-аман ҡалған.